Рет қаралды 141
Учалы ҡалаһы филармонияһы 23-се ижад миҙгелен асты. Концерт аншлаг менән үтте. Сәхнә оҫталары үҙҙәре лә тамашасы менән осрашыуҙы түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Филармония йылдан-йыл яңы көстәр менән тулылана. Коллектив киләсәккә яҡты уй-ниәттәр менән йәшәй, ижад итә. Маҡсаттары - ҡала-район халҡын ғына түгел, республика ҡала-райондарын, күрше өлкәләрҙе лә яңынан-яңы йыр-бейеүҙәр менән ҡыуандырыу.